Әбей менән бабай бик татыу йәшәгәндәр. Бер ваҡыт бабай әбейгә ҡарап:
- Ҡарсыҡ, икмәк бешерер инең?-тигән.
- Нимәнән бешерәйем һуң? Он юҡ бит.
- Әй, ҡарсыҡ, көбө төбөнән ҡырып, бура мөйөштәренән һепереп ҡара, бер аҙ йыйылмаҫмы? Әбей бәләкәй генә ҡанат менән көбө төбөнән, бура мөйөштәренән һепереп, бер-ике ус он йыйған.
Әбей шул ондан йомро икмәк бешергән һәм тәҙрә төбөнә һыуытырға ҡуйған.
Икмәк тәҙрә төбөндә тора торғас, кинәт һике өҫтөнә тәгәрәп төшкән. Һике өҫтөнән - иҙәнгә, иҙән буйынса - ишеккә, унан, буҫаға аша һикереп, өй алдына, өй алдынан тышҡы баҫҡысҡа, тышҡы баҫҡыстан ишек алдына, ишек алдынан урамға сығып, юл буйлап тәгәрәп киткән.
Икмәк юл буйлап тәгәрәп барғанда, ҡаршыһына бер ҡуян килеп сыҡҡан:
- Икмәк, йомро икмәк, мин һине ашайым!- тигән уға ҡуян.
- Һин мине ашама, ҡылый ҡуян, мин һиңә йыр йырлармын,- тигән дә икмәк, шунда уҡ йырларға тотонған:
- Мин - йомро икмәк, йомро икмәк, мине көбө төбөнән ҡырып, бура төбөнән һепереп алынған ондан, ҡаймаҡҡа иҙеп, майға баҫып бешерҙеләр, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да киттем, әбейҙән дә киттем, һинән дә , ҡуян, ҡыйын булмаҫ китеүе! - тигән дә үҙ юлына тәгәрәп китеп барған. Ҡуян уны күреп кенә ҡалған...
Йомро икмәк һаман тәгәрәүен дауам иткән.
Бына бер вакыт уның ҡаршыһына бүре килеп сыҡҡан:
- Икмәк, йомро икмәк, мин һине ашайым!
- Һин мине ашама, һоро бүре, мин һиңә йыр йырлармын,- тигән дә икмәк, шунда уҡ йырларға тотонған -Мин - йомро икмәк, йомро икмәк, мине көбө төбөнән ҡырып, бура төбөнән һепереп алынған ондан, ҡаймаҡҡа иҙеп, майға баҫып бешерҙеләр, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да киттем, әбейҙән дә киттем, ҡуяндан да киттем, һинән дә , бүре, ҡыйын булмаҫ китеүе! - тигән дә алға тәгәрәп китеп барған.
Бүре уны тик күреп кенә ҡалған...
Йомро икмәк һаман тәгәрәгән. Бына бер ваҡыт уның ҡаршыһына бер айыу килеп сыҡҡан.
- Икмәк, йомро икмәк, мин һине ашайым! -Ҡайҙа ул һиңә, тайыш аяҡ, мине ашарға! Мин - йомро икмәк, йомро икмәк, мине көбө төбөнән ҡырып, бура төбөнән һепереп алынған ондан, ҡаймаҡҡа иҙеп, майға баҫып бешерҙеләр, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да киттем, әбейҙән дә киттем, ҡуяндан да киттем, бүренән дә киттем, һинән дә , айыу, ҡыйын түгел китеүе! - тигән һәм йомро икмәк тағы ла алға тәгәрәп киткән. Айыу уны күреп кенә ҡалған...
Йомро икмәк һаман тәгәрәгән дә тәгәрәгән: уның ҡаршыһына төлкө килеп сыҡҡан:
- Иҫәнме, йомро икмәк, һин ниндәй гүзәлһең?!
Уға ҡаршы йомро икмәк йырлай башлаған:
- Мин - йомро икмәк, йомро икмәк, мине көбө төбөнән ҡырып, бура төбөнән һепереп алынған ондан, ҡаймаҡҡа иҙеп, майға баҫып бешерҙеләр, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да киттем, әбейҙән дә киттем, ҡуяндан да киттем, буренән дә киттем, айыуҙан да киттем, һинән дә , төлкө, ҡыйын түгел китеүе!
- Ниндәй яҡшы йыр! - тигән төлкө.- Тик мин, йомро икмәк, ҡартайҙым инде, бик насар ишетәм: минең танауым өҫтөнә ултырып, тағы рер тапҡыр йырлап күрһәт әле. Ҡысҡырыбыраҡ йырла.
Икмәк төлкөнөң танауы өҫтөнә менеп ултырған да шул уҡ йырҙы ҡабатлаған.
- Рәхмәт, бик һәйбәт йыр икән. Мин тағы ла тыңлар инем. Минең телем өҫтөнә ултырып, һуңғы тапҡыр йырласы!- тигән төлкө һәм телен сығарған.
Йомро икмәк аҡылһыҙлығынан төлкөнөң тел өҫтөнә һикергән икән, төлкө уны шунда уҡ йотоп ебәргән.
|