Бөртөкләп йыйыла алтын
Икенсе киҫәк
Кешеләрҙән әрәмәгә ҡасҡан Ниғмәтулла менән Ҡолсобай тауыш-тын баҫылыуын көтөп оҙаҡ ултырҙылар. Ниғмәтулла һағаланды. - Кемдәрҙер һуғыша. Әйҙә, яҡыныраҡ барып ҡарайыҡ. Кемдәр икән? - Бала туҡмап, әле булһа ла танһығың ҡанманымы? Бар, үлмәһә, үлтереп кил, - тине Ҡолсобай. - Әй, шул малай ҙа булдымы кеше. Таптың һүҙ! - Беләһеңме һин, Ниғмәт, малайҙы еңеү батырлыҡ түгел шул. - Күккә ҡарап салҡан ятҡан Ҡолсобай терһәгенә таянды. - Мәйтәм, үҙеңдең балаңды шулай итһәләр. Нимә эшләр инең? Малай ҡалған урында тауыш яңынан ҡабатланды. Был юлы халыҡ тауышы күберәк ишетелде. - Нимәлер бүлешәләр. Мин барып киләйем әле. Һин Ҡолсобай ағай, алыҫ китмә. Мин хәҙер кире килермен. Нимә икәнен белешәм дә әйләнәм. Ниғмәтулла оҙаҡ йөрөп килде. Аяғы аҫтындағы ағастарҙы шатыр-шотор һындыра баҫып, Әхмәдин Ҡолсобайҙың эргәһенә килеп тәгәрәне. Ҡабаланып килеүҙән, тыны ҡыҫылған. Ул өҫтән-мөҫтән малай эргәһендәге вакиғаларҙы һөйләп сыҡҡандан һуң: - Әрәм иткәнбеҙ. Тырыз эсендәге самородокты белмәгәнбеҙ, - тине. - Һиңә кем әйтте? - Юлдан килгән урыҫтан һораштым. - Ә ул малай алтынды ҡайҙан тапҡан? - Берәү ҙә белмәй, ти. - Эх, ауыҙға төшкән нәмәне ысҡындырғанбыҙ бит! Юҡҡа әүрәтеп һорамағанһың. - Мин ҡайҙан белгән, ти, алтын барын. Улар оҙаҡ бәхәсләштеләр. Тик һуңынан ғына, ярашыу теләге менән: - Ярар, юҡҡа талашып, ваҡыт әрәм итмәйек,- тине Ҡолсобай. Ниғмәтулла ла ярашыу яғын ҡараны. - Дөрөҫ. - Теге, алтын алып киткән кешеләр алыҫмы икән? - тип Ҡолсобай, һағайып, ниҙер тыңланы. - Ишетелмәй. - Ниңә? - Мәйтәм, әллә алтынды талап алабыҙмы? - Алырһың! Унда кешеләр күп. - Ниғмәтулла, бармағын имеп, ҡулын ҡултығы аҫтына тыҡты. - Шул йүнһеҙ малай тешләгән баш бармағым ауырта. Эх, алтын барын белмәгәнмен шул! - Ярар, ул турала етте! - Нисек етһен? Ҡулға эләккән ерҙән ыскындырҙым бит. Бигерәк үкенесле шул. Күктә йөҙгән ҡап-ҡара болоттар араһында буталған тулы йөҙлө ай юғалғас, донъя бөтөнләйгә ҡараңғыланды. Ҡара болоттар ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Офоҡтоң бер яҡ ситендәге йымылдап торған берҙән-бер яңғыҙ йондоҙ ҙа ҡайҙалыр юғалды. Бик алыҫта, бейек-бейек тауҙарҙың аръяғында, йәшен уты балҡыны. - Беҙгә берәй әмәлен табырға кәрәк. - Ниндәй әмәлен? Таптыҡ бит инде! Ҡулға эләккән, ауыҙға төшкән алтынды ысҡындырҙыҡ! - Ниғмәтулла насар һүҙҙәр әйтеп һүгенде. Тештәрен шығырҙатты. - Э-э-эх! Хәлемдән килһә, бөтәһен дә быуып ташлар инем! Беҙгә, алма беш, ауыҙыма төш, тип тынысланырға ярамай. Алтын табылған урынды эҙләргә кәрәк. - Мәйтәм, әллә алтын тапҡан малайҙың атайын әүрәтеп һорашабыҙмы? - тине ни тураһындалыр уйланған Ҡолсобай. - Моғайын, анда самарудка берәү генә түгелдер әле. - Әйтәме ни ул тиҫкәре ҡарт. - Әйтер. Ипләп һорарға кәрәк, - тине лә Ҡолсобай һүҙҙе икенсегә борҙо. - Бик асыҡтырҙы әле. Атайыңдың берәй урлап һуйған ите барҙыр. Әйҙә һеҙгә. - Ҡуй. Миңә күренергә ярамай. Малайҙы туҡмағанды белһәләр... - Беҙгә, малайҙы тау эйәһе туҡмаған, тип хәбәр таратырға кәрәк. Был тәҡдим Ниғмәтуллаға ла оҡшаны. Ул рәхәтләнеп көлдө. - Уныһын булдырырбыҙ ҙа ул. Улар ауыл осондағы бәләкәй генә землянка эргәһендә ятҡан һарыҡ тәкәһен Кәжән йылғаһы буйына төшөрөп салдылар ҙа урманға күтәреп алып киттеләр. Унан-бынан ғына тиреһен тунанылар. - Эсен ярып, эс-ҡарынын берәй ергә күм. Мин ут яндырам, - тине Ҡолсобай. - Алыҫыраҡ китергә ине. Ауыл бик яҡын. Хәүефле урын. Төндә утты күреп килеүҙәре мөмкин. Беҙҙе былай ҙа бур, тиҙәр. - Һин, ҡустым, атайыңа ла, ағайыңа ла оҡшамағанһың. Улар кәрәк саҡта бер ҙә аптырамайҙар. Кемдең малы етте, шуны тыпылдаталар. Һыҙырылған һарыҡ түшкәһенән бысаҡ менән ике артҡы ботон ҡырҡып ҡалдырҙылар, ҡалғанын тирегә урап ергә күмделәр ҙә өҫтөнә ҡыҙыу ут яҡтылар. Тирегә урап һалған иттең ҡасан бешеүен көтөп сыҙамаған Ҡолсобай ослаған ике таяҡҡа тәкә башын сәнсеп өтә башланы. Сыртлап янған ут, осҡондарын сәсә-сәсә, ялҡындары менән итте яланы. Аяҡ аҫтында бер ни ҙә күренмәй. Ут ни тиклем ҡыҙыу янмаһын, ауылдан күрерлек түгел. Уны оҙон ҡарағай ағастары ҡаплайҙар. Шулай ҙа һаҡлыҡ кәрәк. Ниғмәтулла, уттан ситкәрәк китеп, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалды. Ҡайҙалыр һаман да йәшен йәшнәй. Уттан ситтә торғанда ағас һәм түңгәк шәүләләре асыҡ айырылалар, һауаны солғап алған тәмле ит еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Ауыҙҙан һеләгәйҙәр ҡойола. Әхмәдин ҡабаланмай ғына ут алдында маташа, һул ҡулы менән битен ялҡындан йәшерә. Таяҡ осондағы итте киҫеп ашап ҡарай ҙа өйөрөлтөп өтә лә өтә. Ҡолсобай бышылдап ҡына Ниғмәтулланы ут эргәһенә саҡырҙы: - Кил, ашайыҡ. Утта өтөлгән, ялҡын һеңгән ит тәмле була икән. Хатта тоҙһоҙ икәнлеге лә һиҙелмәне. Әхмәдин, һүрелә башлаған утты таратҡас, тирегә урап көлгә күмелгән итте сығарҙы. Әллә туйғанға, әллә сейерәк булғанға, тире эсендәге парланып бешкән ит өтөлгән иткә ҡарағанда сөсөрәк һәм тәмһеҙерәк тойолдо. Таратылған ут бөтөнләй һүнде. Айырым торонбашта ҡалған ҡуҙ ғына ҡайһы саҡта йымылдап ҡуйғылай. Йоҡларға үҙәк буйына төштөләр, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ут яғылманы. Бәхеттәренән ямғыр яумай, ситләтеп үтте. Таң алдынан нығыраҡ һалҡынайтты, ысыҡ төштө. Ниғмәтулла, йылыраҡ бүлһын өсөн, арҡаһы менән ҡайын төбөнә һырыҡты. Йоҡо ҡасты. - Быйыл йәй ҡайһылай һыуыҡ булды әле, өшөтә. Ут яғайыҡмы әллә? - тине ул, ҡалтыранып. - Ярамай. Тиҙҙән халыҡ йөрөй башлар. - Беҙҙең һарыҡ һуйғанды белеп ҡалһалар... - Ҡурҡма. Бында яҙылмаған закон бар. Күрҙеңме - шым. Әйтһәң, үҙеңдең малың ҡорор. Бүре лә шулай, балаларын үлтерҙеңме - ҡаза артынан ҡаза көт тә тор... Иртәнсәк томан яй таралды. Аҫта аяҡ тауышы ишетелде. Ниғмәтулла менән Ҡолсобай икеһе бер юлы ағас артына йәшеренделәр. Томан араһынан ерән ат менгән кеше күренде. Кем икәнен айырыуы ҡыйын. Ул кеше яҡынайғандан-яҡыная. - Ағай, атма,-тип, Ниғмәтулла Ҡолсобайҙың ҡулына йәбеште. - Әгәр ҙә беҙҙе күрһә, дөпөлдәтәм генә. Хәҙер беҙгә барыбер ауылға тиҙ генә ҡайтып булмаҫ, - тине Әхмәдин. - Атайы-м бит ул, танымайһыңмы әллә? - Ысынлап та, Хажғәли ағай икән дәбаһа! Килһен беҙҙең эргәгә, саҡыр. - Ҡуй, саҡырмайыҡ. Белмәһен. Хажғәли уларҙы күрмәһә лә, атының ҡолаҡтары ҡарпайыуынан, алда кеше барлығын белде булһа кәрәк. Ул ашыға-ашыға атын кире борҙо. Эйәрҙең ике яғына аҫылған ике ауыр тоҡ атҡа атларға ҡамасаулай. Ат хатта һөрлөгөп йығыла яҙҙы. Хажғәли, асыуланып, тышау менән атының осаһына төшөрҙө һәм һөт һымаҡ аҡ томан эсенә инеп юғалды. - Атайым ни эшләп кире боролдо икән? Кисә, заводтағы бер белешебеҙгә тыранса ярам, тип киткәйне, шунан ҡайтып баралыр, ахыры. - Шулайҙыр шул. Һинең атайың ниндәй тыранса ярғанын белгән инде мин. Атайың йоҡламай ул. Уның тырансаһы тоҡта. - Әхмәдин хәйләле итеп башын һелкте.- Аңланыңмы? Аңларһың шул. Хажғәли ағай үс кешеләрҙең һауып эсә торған аҡтыҡ һыйырҙарын һуйып ашағанын да ишеткәнем бар. Бына шул, - тине Ҡолсобай уйланыбыраҡ, - Һин ни беләһең? Донъя күрмәгәнһең. Шулай һау-таҙа көйөңә, үҙ ҡәҙереңде үҙең китәреп, минең менән урлашырға йөрөйһөң, һинең кеүек егерме йәштә сағымда мин, кеше малына тейеү түгел, алдаша белмәй инем Әллә һин ошолай йөрөүемә үҙем шатлана тип беләһеңме? Мин ошо юлға ирекһеҙҙең көнөнән баҫтым. Минең ятып инергә өйөм, үлергә ятһам, ауыҙыма бер ҡалаҡ һыу һалырға яҡын кешем юҡ. Миңә утыҙ биш йәш. Төҫөмө ҡараһаң, илле йәш бирерлек. Ул рәхәт тормоштан түгел. Атайым менән әсәйем үлгәс, һигеҙ йәшемдә саҡта, мине заводтағы Ыстапан тигән дворянингә ялсылыҡҡа бирҙеләр. Ул кеше түгел - ҡан эскес. Егерме алты йыл ҡанымды эсте, эшем өсөн рәхмәт ишетмәнем. - Ниңә ҡасып ҡына китмәнең? - тип һораны Ниғмәтулла. - Ҡасырға үҙем теләмәнем. Ыстапандың Машка исемле ҡыҙы өсөн түҙҙем. Ул мине ярата ине. Мин уны. Башта бер-беребеҙгә һиҙҙермәй яратыштыҡ. Шунан - ныҡлап. - Нисек инде, ул - урыҫ, кафыр ҡыҙы, һин - мосолман, башҡорт. Иманың ҡасыуҙан ҡурҡманыңмы? - Йә, бүлдермә әле. Мәйтәм, мосолман, кафыр һүҙе юҡ нәмә. Улар ҙа, беҙ ҙә шул бер үк кеше. Уларҙа ла һәйбәт кеше бар, беҙҙә лә бар. Ана, Хажисолтан менән Ғәлиәхмәт байҙар үҙҙәрен мосолман тип йөрөйҙәр, ә кешене Ыстапандан кәм рәнйетмәйҙәр. Мин дә элек шулай тип уйлай инем. Урыҫтар араһында ла һәйбәт кешеләр бик күп икән. Ыстапандың ялсылары мине бер туғандай яҡын күрҙеләр. Шулар араһында Михаил тигән кеше була торғайны. Үҙе бик уҡымышлы ине. Аҙаҡ, кешеләр араһында ҡотҡо тарата тип, Себергә оҙаттылар. - Ҡолсобай Әхмәдин ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Башын күтәреп ҡараны. Томан таралған. Көн аяҙ. Төндәге болоттарҙың эҙе лә ҡалмаған. Ҡуйы, бейек ағас араларынан үтеп саҡ ҡына ҡояш йылытты. Әкрен генә иҫкән ел йомшаҡ ҡанаты менән уларҙың бысранып бөткән биттәрен һыйпай. Йоҡоһонан уянған ҡоштар сутылдаша. - Йәй көнө нисек йәшәһәң дә була, - тине Ҡолсобай, һүҙҙе икенсегә бороп. - Бына ҡышын ҡыйын. - Ағай, һинең теге урыҫ ҡыҙы менән эшең нисек бөткәнен һөйләп бөтөрмәнең бит әле. Һөйлә инде. - Ул ҡыҙ менән минең эш бөткәне билдәле инде. Ул - бай ҡыҙы. Мин - ярлы. Аталары ҡыҙҙы көсләп үҙҙәре кеүек бай урыҫтың улына бирергә булдылар. Туй яһанылар. Улар ҡушыла торған көндө Машка тышҡа сығып килә ине. "Әйҙә ҡасайыҡ", - тинем. Ул яҡ-яғына ҡараны ла "Белмәйем", - тине. Миңә шул етә ҡалды. Мин, берәр һылтау табып, буласаҡ кейәүе менән урамға сығырға ҡуштым. Кискә табан тегеләр, кырандасҡа ярыш ултырып, гулять итергә сыҡтылар. Мин: "Ятып ҡалғансы атып ҡал", - тинем дә, Ыстапан байҙың юрға айғырын менеп, арттарынан төштөм. Улар Ыстапандың урманына барып, ингәс тә, йөрәгем түҙмәне. Ат саптырып алдарына сыҡтым. "Барин, мәйтәм, ҡыҙҙы ебәр, һин үҙеңә икенсеһен табырһың". Ә теге ажарланып: "Юлдан кит, басурман морда", - ти. Мәйтәм, һин үҙең морда. Теге сыбыртҡыһы менән минең биткә тартмаҫмы! Мин түҙмәнем... ҡыҙыулыҡ менән бай малайын атып үлтерҙем дә, Машканы үҙем менән атҡа менгәштереп, урманға шылдым. Көҙгә тиклем кеше күҙенә күренмәнек. Ҡышҡа табан бер татар ауылына барҙыҡ. Муллалар, ауыл ҡарттары, мосолман менән кафырға йәшәүе харам тип, Машкама иман килтерттеләр, Мөслимә исеме бирҙеләр, никах уҡыттылар. Беҙ барыһына ла риза булдыҡ. Татыу ғына тора башланыҡ. Тик беҙгә мәңге бергә йәшәргә хоҙай насип итмәне. Кемдер беҙҙең турала Ыстапанға, минең ҡатынымдың атаһына, еткергән. Берҙән-бер төн йоҡомдан, минең аяҡ-ҡулымды арҡан менән сырмап, типкеләп уяттылар. Мин уянғанда, ҡатыным юҡ ине. Алып киткәндәр, суҡынғырҙар. Үҙемде ҡанға батырғансы туҡманылар. Шунда танауымдың һеңерен онтап, йәмшәйтә һуҡтылар. Хәҙер саҡ ҡына тейһәң дә, ауырта. Аҙаҡтан Себергә, каторгаға оҙаттылар. Юлда саҡта ҡастым. Машкамды эҙләнем. Эҙенә төшә алманым. Ыстапан уны ҡайҙалыр оҙатҡан, ти. Буйға ҡалғайны, ни эшләгәндер инде, бахырҡай. Бер кеше белә ти ҙә, әйтмәй, әгәр ҙә күп аҡса бирһәм, әйтмәй булдыра алмаҫ ине. Аҡса ҡайҙан табаһың. - Ҡурҡытып әйттереп ҡараманыңмы? - Самалап ҡарағайным, әйтмәй. Мин уға алтын йәки аҡса табып алып килергә вәғәҙә иттем. Эт кеше күренә. Үҙемде әллә ҡасан Ыстапанға тотоп биргән булыр ине лә, аҡса бирәм тигәнгә генә тыйылып тора. - Булмаһа, үлтерергә кәрәк уны. - Бик шәпһең. Мин үҙем дә беләм. Уны үлтереүҙән миңә ни файҙа? Йәшәһен. Бәлки бер ваҡыт файҙаһы тейеп ҡуйыуы ла бар. Машканың ҡайҙа йәшәгәнен белә бит. Үҙе белмәмешкә һалынһа ла. Миңә аҡса, алтын табыу яғын ҡарарға кәрәк. Машкам өсөн ошолай итеп йөрөйөм дә. Ҡалайтып ҡына Машкамды табырға инде. Аҡса кәрәк, аҡса!.. Ҡолсобай тынды. Улар, бер-береһенә өндәшмәйенсә, оҙаҡ уйланып ултырҙылар ҙа, урындарынан тороп, әкрен генә аҫҡа ҡарап атланылар. Ҙур таш аҫтынан зөмбөрҙәп ағып ятҡан ҡоҙоҡта ҡулдарын һәм биттәрен йыуып алғас, төндән ҡалған тәкә итен ашарға ултырғанда, Ҡолсобай тағы ла һүҙ башланы. - Ошо итте көсләп ашайым. Күңелгә ярлы кешенең малы кеүек тойола. Байҙыҡы булһа хәжәт түгел. Ищо, мәйтәм, уның байлығы барыбер кеше елкәһенән. Был турала миңә Михайло белеш әйткәйне. - Байҙың малын һуйырға типме? - Юҡ та. Мәйтәм, байҙыҡын. Әллә һин Ыстапан бай үҙе зшләп бай булған тиһеңме? Беҙҙең кеүек сабаталылар эшләп байыҡтырғандар инде уны. Шуға мин бай малы хәләл тимәксе булғайным. - Ул, ҡулына тотҡан итен ауыҙына ҡапмайынса, ҡапҡанын сәйнәмәй туҡтап торғас, бойоғоп һүҙен дауам итте: - Хәйретдиндең малайын юҡҡа рәнйеттең. Шуға эсем боша. - Ул үҙе минауат. Тиҫкәреләнмәһен. Маңҡа башы менән, бур, тип, мине хурламаҡ булып маташа. Атайы өйрәткәндер, бүтән берәү ҙә түгел. Быны онотмам, ҡыуазымды аласаҡмын. Ниғмәтулланың малайға яуызлыҡ эшләргә теләгәнен белеп, Ҡолсобай асыуланды: - Ҡыуазды ул алырға тейеш ине, имгәткәнең өсөн. Баланан ҡыуаз ҡайтарыу егетлек түгел. Мәйтәм, һин дә атайың кеүек... - Минең атай һиңә ни зыян иткән? - Ниғмәтулла ашауҙан туҡтаны. Төндә тымау төшкән танауын мыш-мыш тартты. Күҙҙәрен аҡайтты. - Етәр, теңкәгә теймә! - Ниңә кәперәйҙең әле шул тиклем? Артыҡ нимә әйттем әле һиңә? Ҡыуаз ҡайтарам тип, кешенең аҡтыҡ малынан яҙҙырыу егетлекме? - Ә үҙең кисә нимә тинең? Самородокты һалдырып алам, тигәйнең, был бурлыҡ түгелме? - Уныһы хәләл. Хәйретдин алтынды байға биреп кинәндерәсәк. Ғәлиәхмәт байҙың байлығы анһыҙ ҙа етерлек. Машкамды һатып алырға булмаһа, алтынды көсләп бирһә лә, алмаҫ инем. Ирекһеҙлектән шулай йөрөйөм. Мин күреремде күрҙем, ашарымды ашаным. Ә һин нимә күрҙең? Ниңә үҙ ҡәҙереңде үҙең китәрәһең? Ҡолсобайҙың һүҙе бик ныҡ тәьҫир яһаһа ла, был юлы Ниғмәтулла тыйылды. Өндәшмәне. Күңелендә ауыр төйөн мәңгегә һаҡланып ҡалды. Урлашыуҙан ҡотолоу еңел түгел шул. Ул үҙенә-үҙе күп тапҡырҙар, урлашмаҫҡа, тоғро булырға тип, һүҙ ҙә биргеләне. Барып сыҡманы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Саҡ ҡына урлашмайынса торҙомо - эсе боша. Еңелерәк ятҡан нәмәгә уның ҡулдары үҙҙәре һуҙылалар. Бала ваҡыттан уҡ атаһының үҙҙәренә үс кешеләрҙең малдарын урлап һуйыуы эҙһеҙ юғалманы. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән атаһының юлына баҫты. Бер ул ғынамы ни? Ниғмәтулланың ағалары ла шул холоҡ менән тәрбиәләнделәр. Данлыҡлы бур исемен алдылар. Ләкин халыҡ уларға бур тип әйтмәй. Ҡурҡалар. Кем үҙенең аҡтыҡ малынан яҙырға баҙнат итер тиң. Бур тип әйткән кешенең малын атаһы менән Ниғмәтулла үҙе лә аҙ һуйманы бит! Ул үҙен хаҡлы һанай. Ҡолсобайҙың әйткән һүҙҙәре энә менән сәнскән һымаҡ тойолһа ла сыҙаны. Ҡолсобай уға иғтибар итмәне. Аяҡтарын салып, ипләп ултырҙы. Итте бәкеһе менән турап, оҙаҡ итеп сәйнәне. Уның күҙ төптәре күгәргән, битен һаҡал ҡаплаған, йәлпәш танауы һыҙырылған. Төпкә ултырған күҙҙәре ситкә, яңы ғына үҫеп барған ҡарағай ағасына, төбәлгәндәр. Әленән-әле алама ғына кәзәкейенең салғыйы осо менән йыртыҡ ыштаны аша күренгән тубығын ҡаплай. Август айы булһа ла, иртәле-кисле һалҡын. Тиҙҙән был һуңғы ай, матур йәй айы ла үтеп китер. Көҙҙө ҡыш алмаштырыр. Тик китек күңеле генә, Машкаһын тапмайынса, тынысланмаясаҡ. Уның менән бергә булыу өсөн ҡулынан килгән нәмәнең бөтәһен дә эшләйәсәк. - Миңә ҡышлауҙа ла оҙаҡ ҡалырға ярамай, - тине ул, бик ауыр көрһөнөп, - күргәндән күрә алмағандар күп. Ҡасан да булһа тотоп бирәсәктәр. Табылмаған алтын табылмаҫ инде, китәм. Урыҫтар араһына сығып китәм. Бәлки, Машканың эҙенә төшәрмен. Тамағымды, урлашмаһам да, туйҙырырмын әле. "Урлап алғансы алдап ал", - ти торғайны бер ҡарт. Кәрәк булһа, һоранып булһа ла йәшәрмен. Ул баструкта йәшәгәндән артығыраҡ булыр, һин дә, ҡустым, бар ҡайт. Үҙ ҡәҙереңде үҙең китәреп йөрөмә. Ниғмәтулла риза булманы. Ҡояш хәтһеҙ ҡыҙҙыра башланы. Ҡолсобай юлға әҙерләнде. Сабатаһын рәтләп, билбау менән билен ҡыҫып быуҙы. Китер алдынан Ниғмәтуллаға үҙенең кәңәшен ҡабатланы. - Ҡустым, күңелеңә ауыр алма: шул ярлыларҙы рәнйетмә. Хәйретдиндең улына ярҙам итергә тырыш. Бәлки, алтынға бай урынды әйтер. - Һин ҡайҙа китәһең? - Үҙем дә белмәйем. - Улай булһа, мә, ошоно кеҫәңә һалып ал. Файҙаһы тейер, - Ниғмәтулланың йөҙө бер аҙ асыла төштө. Ул терегөмөш ялатҡан ике киҫәк баҡырҙың береһен Ҡолсобайға һуҙҙы. - Нимә һуң ул? - Терегөмөш ялатҡан баҡыр. Теге кешеңә бир. Ул нимә белә, тиһең. Әхмәдин, бер яғы терегөмөшкә буялған һары алтын кеүек ялтырап торған еҙ тимерҙе ҡулына алып, әйләндереп ҡараны ла кире бирҙе. - Ярамай, - тине ул, бойороҡло тон менән. - Хуш!
|