Воскресенье, 19.05.2024, 02:55
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле

ХИКӘЙӘЛӘР

Төп бит » Статьи » ХИКӘЙӘЛӘР » Рассказы

Изге Яҙма. Ябай тәржемә. 1бүлек

 

БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮ

1 бүлек

     

Иң башта Алла күк менән ерҙе барлыҡҡа килтерҙе.

Ер әле рәүешһеҙ һәм буш ине, тәрән һыуҙар өҫтөндә ҡаранғылыҡ ята ине, һәм Алла рухы һыуҙар өҫтөндә гизә ине.

Һәм Алла әйтте: «Яҡтылыҡ булһын». Яҡтылыҡ барлыҡҡа килде. Алла яҡтылыҡ яҡшы икәнен күрҙе, һәм уны ҡаранғылыҡтан айырҙы. Алла яҡтылыҡты Көн, ә ҡаранғылыҡты Төн тип атаны. Һәм кис булды, һәм таң атты – беренсе көн.

Һәм Алла әйтте: «Һыуҙар араһында буш урын булһын һәм һыуҙар һыуҙарҙан айырылһын». Шул ваҡыт Алла буш урын барлыҡҡа килтерҙе һәм буш урын өҫтөндәге һыуҙарҙы буш урын аҫтындағы һыуҙарҙан айырҙы. Һәм шулай булды. Алла буш урынды Күк тип атаны. Һәм кис булды, һәм таң атты – икенсе көн.

Һәм Алла әйтте: «Күктәр аҫтындағы һыуҙар бер урынға йыйылһындар һәм ҡоро ер күренһен». Һәм шулай булды. Алла ҡоро ерҙе Ер тип атаны, ә йыйылған һыуҙарҙы Диңгеҙҙәр тип атаны. Һәм Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Шунан һуң Алла: «Ер үлән, орлоҡ бирә торған үҫемлектәр, үҙ төрөндә орлоҡло емештәр килтерә торған ағастар үҫтерһен, – ерҙә шулай булһын» – тине. Һәм шулай булды. Ер үлән, үҙ төрөндә орлоҡ биргән үҫемлектәр, үҙ төрөндә орлоҡло емештәр килтергән ағастастар үҫтерҙе. Һәм Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Һәм кис булды, һәм таң атты – өсөнсө көн.

Һәм Алла әйтте: «Күк йөҙөндә, көндө төндән айырыр өсөн яҡтыртҡыстар барлыҡҡа килһен, һәм улар йыл миҙгелдәрен, көндәрҙе һәм йылдарҙы күрһәтеүсе билдәләр булып торһон. Һәм улар күк йөҙөндә ергә яҡтыртыр өсөн яҡтыртҡыстар булып торһон». Һәм шулай булды. Алла ике бөйөк яҡтыртҡыс барлыҡҡа килтерҙе: ҙур яҡтыртҡыс көн менән, ә бәләкәй яҡтыртҡыс төн менән идара итһен өсөн, шулай уҡ йондоҙҙарҙы. Алла уларҙы күк йөҙөнә, улар ергә яҡтырһын өсөн урынлаштырҙы, көн һәм төн менән идара итер өсөн һәм яҡтылыҡты ҡаранғылыҡтан айырыр өсөн. Һәм Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Һәм кис булды, һәм таң атты – дүртенсе көн.

Һәм Алла әйтте: «Һыуҙар бик күп тере йәндәр менән тулһын, һәм ер өҫтөнән күк йөҙөндә оса торған ҡоштар осһон». Һәм Алла бик ҙур диңгеҙ ғифриттәрен һәм һыуҙарҙы тултырған төрлө ҡыбырлай торған тере йәндәрҙе, үҙ төрөндә, шулай уҡ һәртөрлө оса торған ҡанатлы йән эйәләрен үҙ төрөндә барлыҡҡа килтерҙе. Һәм Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Шунда Алла: «Үрсегеҙ һәм күбәйегеҙ һәм диңгеҙ һыуҙарын тултырығыҙ һәм ерҙә күп оса торған йән эйәләре булһын» - тип әйтеп, уларҙы фатихаланы. Һәм кис булды, һәм таң атты – бишенсе көн.

Һәм Алла әйтте: «Ер тере йәндәрҙе уларҙың төрөнә ҡарап барлыҡҡа килтерһен: йорт хайуанын, һәртөрлө ҡыбырлай торған йәнлекте, һәм уның төрөнә ҡарап ер хайуанын». Һәм шулай булды. Алла уның төрөнә ҡарап ер хайуанын, уның төрөнә ҡарап йорт хайуанын һәм уның төрөнә ҡарап һәртөрлө ерҙәге ҡыбырлай торған йәнлекте барлыҡҡа килтерҙе. Һәм Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

Һәм Алла әйтте: «Кешене үҙебеҙҙең рәүештә, үҙебеҙгә оҡшатып барлыҡҡа килтерәйек, һәм ул диңгеҙ балыҡтары, күктәрҙә осҡан йәнлектәр, йорт хайуандары, бөтөн ер һәм һәртөрлө ҡывырлаған, ер буйлап атлаған хайуан өҫтөнән идара итһен». Һәм Алла кешене үҙ рәүешендә барлыҡҡа килтерҙе, уны Алла рәүешендә барлыҡҡа килтерҙе. Ул уларҙы ир һәм ҡатын итеп барлыҡҡа килтерҙе. Шунан Алла уларҙы фатихаланы ла , әйтте: «Үрсегеҙ һәм күбәйегеҙ, ерҙе тултырығыҙ, уны эшкәртегеҙ һәм диңгеҙдәге балыҡтар, куктәрҙә оса торған ҡоштар һәм һәртөрлө ер буйлап атлаған тере йән өҫтөнән идара итһегеҙ».

Һәм Алла әйтте: «Мин һеҙгә бөтөн ер өҫтөндәге орлоҡ бирә торған бар үҫемлектәрҙе, һәм орлоҡло емештәр килтергән ағастастарҙы бирҙем. Был һеҙгә ризыҡ булһын. Һәм һәртөрлө ер хайуанына, күктәрҙә осҡан һәртөрлө ҡошҡа, ер буйлап атлаған һәм тормоштары булған һәр йәндәргә ризыҡ итеп мин бар йәшел үҫемлектәрҙе бирҙем». Һәм шулай булды.

Шунда Алла үҙе барлыҡҡа килтергән бар нәмәгә ҡараны, һәм бының бик яҡшы икәнен күрҙе. Һәм кис булды, һәм таң атты – алтынсы көн.

Категория: Рассказы | Добавил: Garry (24.01.2015)
Просмотров: 889 | Комментарии: 5 | Рейтинг: 4.3/3
Всего комментариев: 1
1 Sergquisy  
0
<a href=http://zmkshop.ru/>газокислородная резка металла</a>

Имя *:
Email *:
Код *:
Меню сайта
Форма входа
Категории раздела
Поиск
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 21
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0